Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2023, 09:56

Ғашиҡтар йүгергән...

Өфөнөң Совет районындағы Урмансылар паркында туғыҙынсы тапҡыр "LOVERUN" еңел атлетика ярышы үткән. 

Ғашиҡтар йүгергән...
Ғашиҡтар йүгергән...

Совет районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә яҙыуынса, йүгерергә килеүселәр араһында иң йәшенә - ете, иң өлкәненә 68 йәш булған.

«LOVERUN» ғашиҡтар өсөн еңел атлетика ярышы даими үтә. Быйыл унда 430 кеше ҡатнашҡан. Ошонда уҡ бер йәш ғаиләгә нигеҙ һалынған: Күмертауҙан килгән Ирек исемле егет һөйгәне Оксанаға тәҡдим яһаған.

Фото: vk.com (Рустем Рахматуллин)

 

Ғашиҡтар йүгергән...
Ғашиҡтар йүгергән...
Ғашиҡтар йүгергән...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: