Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2023, 13:45

Водителдәр иғтибарына!

Баш автоинспектор Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, федераль һәм төбәк автомобиль юлдарының ҡайһы бер участкаларында - буран, юлдарҙа көрт, тайғаҡ.

Водителдәр иғтибарына!
Водителдәр иғтибарына!

- Шуға бәйле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырам, - тип яҙа баш автоинспектор. - Транспорт сараһы менән идара иткәндә телефонға әүрәмәгеҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ, дистанцияны һәм интервалды һаҡлағыҙ. Юл билдәләре менән тыйылған урындарҙа транспортты ҡалдырып китмәгеҙ. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда хеҙмәт алып бара. Улар юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. 

Штаттан тыш хәл килеп тыуғанда, ошо телефондар буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: 8 (347) 235-84-02, 233-27-31, 237-84-80, 237-02-02.

Видеола Иглин районы.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас