

Шаран районының Дүртөйлө ауыл хакимиәте башлығы Ләйсән Ғибатова социаль селтәрҙә яҙыуынса, акцияла был биләмәнән йөҙҙән ашыу кеше булған, уларҙың һәр береһе эшкә бар күңел йылыһын һалған.
“Акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла изге йөрәкле булғандары өсөн рәхмәт белдерәм. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре Рәзифә Никифороваға, Фәриҙә Фәррәховаға, Зәйтүнә Васильеваға ауылдаштарын берләштерә белеүҙәре, күңелдәрҙә Ватанға ҡарата илһөйәрлек тойғоһон көсәйткәндәре өсөн рәхмәт!» – тип яҙған етәксе.
Ҡатын-ҡыҙҙар шулай уҡ окоп шәме әҙерләүҙә лә әүҙем ҡатнашҡайны. Афарин, шарандар!
Фото: vk.com