Һөт – 700 мл
Лимон – яртыһы ла етә
Тоҙ – тәменсә
Һөттө ҡайнатырға һәм 60 – 70 градусҡаса һыуытырға. Ярты лимондың (булмаһа, лимон кислотаһын һыуҙа иретеп тә ярай) һутын һығып, йылы һөткә ҡушырға. Орлоғо эләкмәһен. Эреү процесы тиҙ генә башлана. Шунан массаны әкрен генә утҡа ҡуйырға ла, эремсекләнә башлағансы йылытырға. Бутарға кәрәкмәй. Эре эремсек массаһын күреү менән утты һүндереп, 5 – 10 минут ултыртып торорға. Шунан һөҙөргә. Һыуы (эркет) ағып бөткәнсе көтөргә.
Әгәр йомшаҡ сыр алырға теләһәгеҙ, 30 минут тирәһе аҡһын. Ә ҡоро эремсек кәрәкһә, 2 сәғәт самаһы үтергә тейеш.
Тәмле булһын!
Пы. Сы. Әлегә был рецепт буйынса сыр эшләп ҡараманыҡ)))