Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2023, 12:15

Мутлашыусыларҙың табышы - ете миллион һумдан ашыу

Айырыуса ике ҡатын муттарҙы бәхетле иткән бит. Барыбыҙға ла мәғлүм схема буйынса алданған улар.

Мутлашыусыларҙың табышы - ете миллион һумдан ашыу
Мутлашыусыларҙың табышы - ете миллион һумдан ашыу

Өфөлә йәшәгән ҡатынға "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, кемдеңдер уның исеменә кредит алырға маташыуы хаҡында хәбәр иткән. Быға юл ҡуймаҫ өсөн ҡатынды төрлө банкта дүрт кредит алырға һәм аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә өгөтләп күндергәндәр. Тиҙ ышаныусан гүзәл зат ике миллион һумдан ашыуыраҡ аҡсаны билдәһеҙ иҫәптәргә "осорған".

Туймазы районынан 58 йәшлек ҡатынды ла шул уҡ юл менән алдағандар. Ул тәүҙә иҫәбендә ятҡан 300 мең һумды "ышаныслы иҫәпкә" һелтәгән, аҙаҡ, муттарҙы тыңлап, өс кредит алып, 1,5 миллион һумды ла уларға ебәргән.

Тәүлек эсендә мутлашыусылар йәмғеһе 19 кешене кәкре ҡайынға терәгән.

Ә бына баш ҡаланан 88 йәшлек әбей аҡсаһын һаҡлап алып ҡалған. Уға "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" шылтыратып, улының аварияға тарыуын, уға ярҙам итер өсөн 900 мең һум аҡса талап ителеүен хәбәр иткәс, пенсионер трубканы һалған да, шунда уҡ улының номерын йыйған һәм уның имен-аман булыуын белгән. Үрнәк алығыҙ ошо әбейҙән, тиҙ ышаныусан иптәштәр!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: