Һәр хәлдә мартты буранай тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Шаҡай ҙа (февраль) үҙенең асылын күрһәтеүе ихтимал. Шулай булғас, яҙ беҙҙең яҡтарға бер нисек тә иртә килә алмайҙыр. Йәғни календарҙа яҙғы ай башланһа ла, ғәҙәттә, ҡыш марттың һуңғы ун көнлөгөндә генә сигенә торған.
Метеорологтар фаразлауынса, марттың тәүге декадаһында уртаса температура -3 градус (-2, -5) тирәһе булыр, моғайын. Төндә -6 градус самаһы күҙәтелер. Термометр бағанаһының нулдән өҫкә күтәрелеүен айҙың 20-һенән һуң ғына күҙаллайҙар.
Рәсәйҙең гидрометүҙәге башлығы Роман Вильфанд был яҙҙа температураның норманан бер аҙ түбән буласағын да фаразланы. Тимәк, ҡар ҙа әкренерәк ирейәсәк.
Халыҡ күҙәтеүҙәренән сығып, шуны әйтергә була: февраль йылы булһа, яҙ һыуыҡ киләсәк. Әммә киләсәк! Яҙһыҙ йәй булмаҫ)))
Фото: Автор фотоһы.