Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2023, 21:00

«ИНСТАГРАМ»ДА МИНЕ ЭҘЛӘМӘГЕҘ

«Инстаграм»да мине эҙләмәгеҙ, «Бәйләнештә» минең исем юҡ. Ватсапта ла таба алмаҫһығыҙ, Компьютерҙа минең нигым юҡ. Минең өсөн ысын донъя ғына, Виртуалды ҡабул итмәйем. Әллә ихлас, әллә ялған һүҙҙе Таныш түгелдәрҙән көтмәйем. Әйтер һүҙем яҡын кешеләрҙең Күҙҙәренә ҡарап тыңлайым. Теләктәрен йөҙө, ҡарашынан, Ярты һүҙҙәренән аңлайым. Бәйләнешһеҙ бәйләнештәр менән Бәйләнгән дә беҙҙең донъябыҙ. Әллә ниндәй «ник»тар, «лайк»тар менән Онотола бара йолабыҙ. Ҡулыңды бир, иптәш, дуҫ һәм ҡәрҙәш, Һөйләшәйек әле ултырып. Йән йылыһын тойоп, күңелдәрҙе Ихлас тойғо менән тултырып. Зөһрә Ҡотлогилдина.

«ИНСТАГРАМ»ДА МИНЕ ЭҘЛӘМӘГЕҘ
«ИНСТАГРАМ»ДА МИНЕ ЭҘЛӘМӘГЕҘ

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: