Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2023, 11:45

Бөрө районында егеүле ат ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы

Авария көндөҙ Бөрө-Питяков автомобиль юлының 15-се саҡрымында теркәлгән. Әлегә билдәле булыуынса, егеүле ат менән идара иткән 27 йәшлек ир оло юлға сыҡҡанда Өфөнән 22 йәшлек ҡыҙ идара иткән "Шевроле Авео"ға юл бирмәгән. 

Бөрө районында егеүле ат ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы
Бөрө районында егеүле ат ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы

Көслө бәрелеш һөҙөмтәһендә ир ҙә, уның 34 йәшлек пассажиры ла (ҡатын кеше) йәрәхәтләнгән. Мал зыян күрмәгән. Әле хәлде тикшереү бара.

Хөрмәтле водителдәр, юлда иғтибарлы, һаҡ булыуығыҙҙы үтенеп һорайбыҙ.

Егеүле ат менән идара итеүселәргә лә иҫләтәбеҙ: ҡараңғы ваҡытта, насар күреү шарттарында үҙегеҙҙе һәм тирә-йүндәгеләрҙе ҡурҡыныс хәлгә ҡуймаҫ өсөн, атҡа, санаға (арбаға) яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар беркетергә кәрәк.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: