Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2023, 13:15

Ҡәбәхәттәрҙе тотҡандар

Ике енәйәтсе Өфө районындағы баҡса ширҡәттәренең береһендә ир менән ҡатынға һөжүм иткән. Киноларҙа күрһәтелгән бандиттарҙан былайыраҡ ҡыланған ҡәбәхәттәр... Үтә нескә күңелле кешеләрҙең артабан уҡымауы хәйерле. 

Ҡәбәхәттәрҙе тотҡандар
Ҡәбәхәттәрҙе тотҡандар

Был хәл 4 февралдә теркәлгән. 56 йәшлек ир менән 55 йәшлек ҡатын ял көндәренә ике ҡатлы баҡса йортона килеп, үҙ эштәре менән мәж килгән. Көндөҙ ҡатын күршеләренә йомош менән сығып киткән, ә ире икенсе ҡатҡа күтәрелгән. Шул мәлдә уларҙың йортона битлек кейгән икәү килеп ингән, береһенең ҡулында бысаҡ булған. Саҡырылмаған ҡунаҡтар аҡса талап иткән, "аҡса юҡ", тигәнде ишеткәс, ирҙе туҡмай башлағандар. Йорт хужаһына бысаҡ менән янап, аҡса юҡлығын дәлилләргә мәжбүр иткәндәр. Аҡсаларының, ысынлап та, булмағанын белгәс, енәйәтселәр енләнеп, ирҙең ҡулына бығау һалып, аяҡтарын бәйләп, уны типкеләп, йоҙроҡлап туҡмағандар. Йорт хужабикәһе ҡайтып ингәс, уның менән дә наҙланып тормағандар: тупһа аша үтеүе булған - йыға һуҡҡандар ҙа, типкеләп, аяҡ-ҡулын бәйләп, ире янына һөйрәтеп индергәндәр. Енәйәтселәр үҙҙәренең ҡорбандарынан туҡтауһыҙ аҡса талап итеп, уларҙы ыҙалатҡан. Әлдә ир менән ҡатындың бәхетенән уларға ҡунаҡҡа дуҫтары килеп төшкән. Шаһиттарҙан ҡурҡҡан енәйәтселәр артҡы тәҙрә аша сығып тайғандар. Ғаилә дуҫтары ир менән ҡатынға "Тиҙ ярҙам" һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырырға ярҙам иткән. Ғаилә башлығын ауыр хәлдә дауаханаға алып киткәндәр.

Оператив-эҙләү саралары барышында енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙе эҙләп тапҡандар. Улар икеһе лә 1978 йылғы, береһе - Өфөнән, икенсеһе - Ишембай ҡалаһынан. Үҙ ғәйебен танымағандар. Оперативниктар был хәлде асыҡлау буйынса тикшереүҙе дауам итә. Енәйәтселәрҙең ошоға оҡшаш башҡа енәйәттәргә лә ҡағылышы булыуы ихтимал.

Видеола комментарий: Ангелина Асламазова, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө районы буйынса тәфтиш бүлеге тәфтишсеһе.

Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ҡәбәхәттәрҙе тотҡандар
Ҡәбәхәттәрҙе тотҡандар
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: