Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2023, 10:40

Закон проекты тулыһынса әҙер

«Башҡортостан Республикаһында ғаилә предприятиеларын үҫтереү тураһында»ғы закон проекты ҡабул итеү өсөн тулыһынса әҙерләнде. Был турала республика парламентынан хәбәр итәләр.

Закон проекты тулыһынса әҙер
Закон проекты тулыһынса әҙер

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты «Башҡортостан Республикаһында ғаилә предприятиеларын үҫтереү тураһында»ғы закон проектын хупланы. Парламенттың ошо айҙағы пленар ултырышында индерелгән төҙәтмәләрҙе иҫәпкә алып әҙерләнгән документты тулыһынса ҡабул итеү күҙаллана.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев  белдереүенсә, закон проекты республика территорияһында ғаилә бизнесын үҫтереүҙе дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Ғаилә предприятиеһын айырым хоҡуҡи категория булараҡ билдәләү, ғаилә бизнесының үҫешкән инфраструктураһын формалаштырыу, ғаилә потенциалын арттырыу, уны йәмғиәтте һәм иҡтисадты үҫтереү мәнфәғәтендә файҙаланыу өсөн иҡтисади һәм хоҡуҡи шарттар тыуҙырасаҡ. Бынан тыш, ғаилә бизнесы инфраструктураһын үҫтереү йәше буйынса йә башҡа сәбәптәр арҡаһында эш таба алмаған ғаилә ағзаларын рәсми рәүештә эшкә урынлаштырыу йәки улар өсөн эш урындарын булдырыуға ла булышлыҡ итәсәк.

 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: