*Был рейтингта гранат һуты беренсе урынды биләй. Уның составында антиоксиданттар ғына түгел, кальций, магний, фосфор, тимер һәм калий ҙа бар. Шуның өсөн дә ул йөрәк-ҡан тамырҙары һәм нервы системаһы, быуындар, тире, сәстәр һәм тырнаҡтар өсөн ныҡ файҙалы.
* Икенсе урында ҡыҙыл ҡоро шарап килә. Тәүлегенә 30 мл был эсемлек онкология ауырыуҙарын киҫәтеү өсөн бик яҡшы сара. Ә үҫемлек антиоксиданттары иҫәбе буйынса был шарапҡа тиңдәр юҡ. Ул йөрәкте, ҡан тамырҙарын һәм быуындарҙы һаҡлай.
* Өсөнсө урынды виноград һуты биләй. Уның составында тиренең, сәстәрҙең һәм тырнаҡтарҙың матурлығы өсөн яуап биреүсе антиоксиданттар һәм В төркөмө витаминдары бар. Виноград һуты инфекцияларға һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына, күкрәк яман шешенә ҡаршы көрәшә, шулай уҡ хәтерҙе һаҡларға ярҙам итә.
* Дүртенсе урында ҡара көртмәле һуты тора. Ул шәкәр диабетына ҡаршы көрәшергә ярҙам итә, йыйырсыҡтар барлыҡҡа килеүҙе тотҡарлай. Эсәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләй һәм уларҙың микрофлораһын һаҡларға ярҙам итә. Һәм, әлбиттә, күҙҙәр өсөн бик файҙалы.
* Бишенсе урында – таҙартылмаған һәм шәкәр ҡушылмаған алма һуты. Ул атеросклероздан, бауыр, бәүел ҡыуығы һәм бөйөр ауырыуҙарынан ярҙам итә. Эсәктәрҙең эшмәкәрлеген яҡшырта, организмдан токсиндарҙы һәм ирекле радикалдарҙы сығара. Физик көсөргәнештән һуң тиҙ арала көс йыйырға ярҙам итә.
* Иң яҡшы ун эсемлек исемлегенә шулай уҡ сейә һуты, кипкән емештәрҙән компот, газһыҙ һыу, ҡайын һәм баҡса еләге һуты ла ингән.