Туҡтаһын !
Һөлөктәй егеттәр китәләр,Зар илай әсәләр, ҡатындар.Мөлдөрәп күҙҙәргә бағаларИтәккә йәбешкән сабыйҙар.Атаның ҡайғыһы йөрәктә,Улын бар һалаһы ҡәбергә.Түҙә ул, күрһәтмәй күҙ йәшен,Килә шул ирҙәргә түҙергә.Аллаһым, ҡылһаңсы бер сара,Атайҙар күммәһен балаһын.Туҡтаһын был афәт, туҡтаһын,Табутта уландар ҡайтмаһын!
Рәмзиә Монасипова