Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2023, 20:30

Смаҡтар Хәйриә көнө уҙғарҙы

2014 йылда Мәләүез районының Смаҡ ауылында "Сәғирә" мәсете асылды. Уны төҙөүҙә бар халыҡ бик әүҙем ҡатнашты, айырыуса ауылдашыбыҙ, Салауат Юлаев ордены кавалеры Закир Ғизелхаҡ улы Бикбулатовтың ярҙамы ҙур булды. 

Асылғандан алып мәсеттә ололар, балалар менән дини дәрестәр алып барыла, дини байрамдар ҙа уҙа, һәр көн аҙан тауышы яңғырай.

10 февралдә, изге йома көнө ауылда Хәйриә көнө тип иғлан ителде. Мәсеткә дәррәү килгән смаҡтар Украинала СВО-ла йөрөгән ир- егеттәребеҙгә ебәрергә дүртенсегә инде ярҙам ойоштороу акцияһында әүҙем ҡатнашты.

Был көндө Ришат хәҙрәт яугир ир-егеттәрҙең иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын, махсус хәрби операцияның тиҙерәк тамамланыуын теләп, аят бағышланы.

Һалдаттарға иң кәрәкле әйберҙәр менән биш посылка әҙерләнде, йыйылған биш мең һум аҡса ла улар мәнфәғәтенә тапшырылды. Ауыл биләмәһе башлығы Айрат Тимербай улы үҙ сығышында Смаҡ ауылы халҡының ошондай эштәрҙә әүҙем булыуын билдәләп, уларға рәхмәт белдерҙе һәм "Айыҡ ауыл" республика бәйгеһендә ҡатнашыуында уңыштар теләне. Изге йома аят бағышлап, сәй эсеү менән тамамланды.

Иртән башланған акцияның икенсе өлөшөндә ауыл мәҙәниәт йортонда хәйриә концерты уҙҙы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: