Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2023, 18:50

"Рәсәй саңғы юлы - 2023" - Бикбулатта!

Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Марат Исҡужин хәбәр итеүенсә, бөгөн йәше-ҡарты саңғыға баҫҡан. Өс йәшлеге лә ситтә ҡалмаған, 87 йәшлеге лә. Һай, афариндар!

"Рәсәй саңғы юлы - 2023" - Бикбулатта!
"Рәсәй саңғы юлы - 2023" - Бикбулатта!

Бикбулат ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша. Бик әүҙем улар. Бөгөн тап ошо ауылда ҙур саңғы ярышы уҙған. 

Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин "Бәйләнештә" селтәрендә яҙыуынса, өс йәшлек иң кесе саңғысы - Әминә Сәйфуллина ла бирешмәгән, иң өлкәне - тиҙҙән 87 йәшен тултырасаҡ Миңзаһир Алдашев бабай ҙа шәп кенә йөрөгән. 

"Ярышта ҡатнашыусыларға рәхмәт! Сәләмәтлек һәм рух ныҡлығы теләйем! Республика конкурсында ла еңеп сығығыҙ!" - тип яҙған етәксе.

Фото: vk.com (М. Искужин)

"Рәсәй саңғы юлы - 2023" - Бикбулатта!
"Рәсәй саңғы юлы - 2023" - Бикбулатта!
"Рәсәй саңғы юлы - 2023" - Бикбулатта!
"Рәсәй саңғы юлы - 2023" - Бикбулатта!
"Рәсәй саңғы юлы - 2023" - Бикбулатта!
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас