Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2023, 18:00

“Әпит” печеньеһы

Еңел генә әҙерләнә. 

“Әпит” печеньеһы
“Әпит” печеньеһы

Он – 210 г

Эремсек – 250 г

Аҡ май – 80 г

Шәкәр – 150 г

Ҡабартҡыс (теләк буйынса) – балғалаҡ осонда (йәки күберәк)

Онға аҡ май киҫәктәре һалып, әүәләргә, уға эремсек ҡушырға ла, бутап, шарсыҡтар яһарға. Ҡамыр майлы булмаһын, ҡулда май һиҙелһә, әҙерәк он ҡушығыҙ, ти рецепты биреүселәр.

Ҡамырҙы 4 – 5 мм ҡалынлығында йәйеп, түңәрәктәр киҫергә һәм һәр киҫәкте тәрилкәгә һалынған шәкәргә манып алырға. Түңәрәктең эсенә лә бер аҙ шәкәр һалып, уртаға бөкләргә. Унан тағы шәкәрләп, бөкләргә. Артыҡ шәкәрле булмаһын, тиһәгеҙ, эсенә генә һалырға ла мөмкин.  

Духовканы 200 градус эҫетеп, печеньеларҙы теҙеп һалып, 20 – 25 минут бешерергә.

Ә ни өсөн "Әпит" тип атала? Әп ит, йәғни үп тигәндән алынған, тип аңлаталар. Ҡыҙыыыҡ! Печеньеның формаһына ҡарап әйткәндәрҙер инде.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: