Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2023, 11:30

Окоп шәме: нимә ул һәм уны нисек эшләргә?

Әлеге ваҡытта барған махсус хәрби операцияға күпләп окоп шәмдәре талап ителә.

Окоп шәме: нимә ул һәм уны нисек эшләргә?
Окоп шәме: нимә ул һәм уны нисек эшләргә?

Ни өсөн тигәндә ЛНР тирәһендә башлыса дала, ҡырҡып яғырға ағас юҡ, буржуйка-маҙарҙы дошман дрондары эләктерә.
Ә окоп шәмдәре йылынырға, һыу ҡайнатырға, ашарға бешерергә уңайлы. Был ябай һәм эффектив әйберҙе эшләү серҙәре менән төшөндөрәбеҙ. "Айыҡ ауыл" хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, ҡулланығыҙ!

Окоп йәки блиндаж шәме яҡтыртыу, ҡулдарҙы йылытыу, металл көрөшкә-котелокта һыу ҡайнатырға, ашарға бешерергә/йылытырға уңайлы. Уны элек туристар "улитка" тип атап ҡуллана ине, хәҙер инде СВО-ла ҡатнашҡандар тотона.

Окоп, блиндаж, подвал кеүек ышыҡ урындарҙа урынлашҡан һалдаттарға йылыныу ҙур проблема булып тора. Газ баллондары һыуыҡта туңа, улар тиҙ генә янып бөтә. Буржуйка кеүек тимер мейестәргә күпләп яғыулыҡ кәрәк. Иң хәүефлеһе - дошмандың тепловизорлы "беспилотниктары" уларҙың йылыһын еңел генә эҙләп табып бомба ташлай йәки арткорректировка яһай - бер аҙҙан шул урынға "прилет" була.

Окоп шәмен эшләргә аҙыҡ-түлектән ҡалай банка кәрәк. Уларҙы консервалы борсаҡтан, кукурузанан, балалар пюре-"смест"арынан алығыҙ. Ситтәре үткер, тышына һүрәт төшкән булмаһын. Быяла, пластик, картон банкалар бармай, тик металдан кәрәк.

Артабанғы аҙымдар еңел - эскә һыйырлыҡ итеп гофрокартон уратып һалалар һәм уртанан милтә (фитиль) сығаралар һәм иретеп парафин ҡоялар. Милтә осо янғанда парафин иреп күтәрелә һәм ялҡын һүнмәй.

Гофрокартонды һайлағанда иғтибарлы булығыҙ. Скотчлы, пленкалы, төҫлө яҙыулыһы, йәбешкән этикеткалыһы бармай - төтөнөнә ағыуланырға мөмкин. Һоро ҡумта картоны - иң шәбе. Парафин өсөн "пищевой П2" кәрәк, Т1 и Т-2 ла бара. Сиркәүҙәге, һатыуҙағы шәмдәр, бал ҡорто балауыҙы ла ярай. Ә бына парафинотерапиялағы медицина парафинын ҡулланырға ярамай. Уның отдушка-ароматизаторҙарының еҫе көслө һәм ҡоромо алама була.

Парафинды һауытҡа һалып һыулы кәстрүлгә ултыртып иретәләр. Ҡалай банканы йыуырға һәм эсен яҡшылап ҡороторға кәрәк (ирегән парафин һыуға эләкһә сәсрәй). Картонды уратҡандан һуң шешлек кеүек арҡырыһына энә менән сәнсеп сым үткәрегеҙ. Фитиль эшләгәндә картонды тығыҙ итеп уратып, парафинға манып уртаға тығығыҙ. Парафин ҡойғанда картон тулыһынса ҡапланмаһын, берәй сантиметр ара буш ҡалһын.

Дөрөҫ эшләнгән окоп шәме 5-6 сәғәт яна. Кәрәкмәһә һүндереп, кире тоҡандырырға мөмкин.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: