Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2023, 10:24

Өфө мәктәптәрендә "Беренселәр хәрәкәте" эшләй башланы

Рәсәйҙең "Беренселәр хәрәкәте" балалар һәм йәштәр ойошмаһы бүлексәләре хәҙер беҙҙең баш ҡалала ла бар. Ошо көндәрҙә уларҙы асыу тантаналары үтте.

Өфө мәктәптәрендә "Беренселәр хәрәкәте" эшләй башланы
Өфө мәктәптәрендә "Беренселәр хәрәкәте" эшләй башланы

Хәрәкәт 6 - 17 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәрҙе туплай. Ә унан өлкәндәр вожатый булараҡ эшләй ала. Ойошмалар 10 йүнәлеш буйынса эшмәкәрлек алып барасаҡ: белем биреүҙән алып, ирекмәнлек, спорт, сәнғәт өлкәләренә тиклем. Төп миссиялар рәтендә шулар: «Быть с Россией», «Быть человеком», «Быть вместе», «Быть в Движении», «Быть первыми».

Әйткәндәй, "Беренселәр хәрәкәте" Владимир Путин ҡушыуы буйынса ойошторолған, атамаһы ла Хәрәкәттең тәүге съезында тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса һайланған.
Фото: vk.com/ufa

 

Өфө мәктәптәрендә "Беренселәр хәрәкәте" эшләй башланы
Өфө мәктәптәрендә "Беренселәр хәрәкәте" эшләй башланы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: