Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраля 2023, 13:15

Бер программа тамамлана, яңыһы башлана...

Башҡортостан граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһын ваҡытынан алда тамамлай. 

Бер программа тамамлана, яңыһы башлана...Бер программа тамамлана, яңыһы башлана...
Бер программа тамамлана, яңыһы башлана...

Аныҡлабыраҡ әйткәндә, 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем йәшәргә яраҡһыҙ тип табылған торлаҡтан күсереү программаһы тамамлана. Был турала ошо көндәрҙә Ҡариҙел районында яңы фатир асҡыстары тапшырған саҡта БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин белдергән. 24 фатирлыҡ йорт "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Йәшәүгә яраҡһыҙ торлаҡ фондын кәметеүҙе тотороҡло тәьмин итеү" федераль проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса төҙөлгән.

Бер программа тамамлана, икенсеһе башлана. Әле республикала тағы 14 мең кешене авария хәлендәге торлаҡтан күсерергә кәрәк. 220 кв. метр йәшәргә яраҡһыҙ торлаҡ майҙаны 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем асыҡланған.

Фото: Минстрой РБ.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас