Яҡынса 1,5 – 2 см йыуанлығындағы һәм 20 см оҙонлоғондағы керән тамырын таҙартып, ваҡ итеп турап, бер литрлыҡ быяла шешәгә һалырға. 9 һарымһаҡ бүлкәтен ваҡлап, шул уҡ шешәгә төшөрөргә. Өҫтөнә тултырғансы һыра ҡойоп, 10 көнгә ҡараңғы урынға ҡуйып төнәтергә.
Әҙер булғас һөҙөп алып, тәүге ике көнөндә көнөнә 2 – 3 тапҡыр берәр балғалаҡ, артабан иһә көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы – бер ай.
Фото:Т.Аманов.