Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2023, 13:25

«Ҡырҡын уҙғарғас улым төшөмә инде...»

Халыҡ батыры булып танылған Тәтешле егете Фәнис Хөсәйеновтың ҡырҡын һәләк булған көнөнән иҫәпләп уҙғарғандар. Был хаҡта Фәнистең әсәһе Фәриҙә Хөсәйенова хәбәр итә.

«Ҡырҡын уҙғарғас улым төшөмә инде...»
«Ҡырҡын уҙғарғас улым төшөмә инде...»

«Улымдың аштарын ауылдағы өйҙә уҙғарҙыҡ. Ҡырҡын үлгән көнөнән иҫәпләнек. Мәрхүм зиратҡа ингән көндән һанарға кәрәк, тигән һүҙ ҙә бар. Уныһында ла улым өсөн хәйерҙәр биреп, Ҡөрьән уҡытып, иҫкә алырбыҙ, тип торам», – ти ул.

Фәнис әсәһенең төшөнә лә ни бары бер тапҡыр ингән. «Ҡырҡын уҙғарғас ҡына инде. «Өйҙөң иҙәндәрен ышҡып-ышҡып йыуҙым, әсәй», – ти. Шунан һуң ишекте асып, өйгә бесәй индерҙе лә, үҙе юҡҡа сыҡты», – тип һөйләй Фәриҙә апай.

Әсә кеше улын юҡһынғанда "Бәйләнештә" Фәнис исеменә асылған төркөмгә инеп, фртоларын ҡарап йыуана, улы менән төшкән фотоларын үҙе лә социаль селтәргә һала. Яңыраҡ Фәнистең Әсәйҙәр көнөнә бүләк иткән сәскә гөлләмәһе менән фотоһын ҡуйып уның аҫтына: «Эх, йөрәгем ышанмый бит», – тип  яҙып ҡуя.

Һалдаттың яҡындарына түҙемлек теләйбеҙ.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: