Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2023, 09:03

Яңы музыка ҡоралдары менән концерт шәп булды

Ошо көндәрҙә Учалыла Салауат Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының "Классика" ансамбле концерт ҡуйҙы.

Яңы музыка ҡоралдары менән концерт шәп булды
Яңы музыка ҡоралдары менән концерт шәп булды
«Пушкин картаһы» проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса әҙерләнгән сарала төрлө дәүер композиторҙарының әҫәрҙәре яңғыраны.
Колледжға 2021 йылда "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы, "Petrof" рояле алынғайны. Был музыка ҡоралы концерттарҙы юғары кимәлдә уҙғарырға булышлыҡ итә.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығынан.
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: