Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2023, 09:26

Йәрминкәләрҙә һеҙҙе көтәләр

Был ялдарҙа ла баш ҡалала ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәләре ойошторола. Бындай саралар 10, 11, 12 февралдә республиканың башҡа төбәктәрендә лә үтә.

Йәрминкәләрҙә һеҙҙе көтәләр
Йәрминкәләрҙә һеҙҙе көтәләр

Шәмбе һәм йәкшәмбелә ит-май, бал-йәшелсә һәм башҡа ауыл хужалығы тауарҙары алырға килегеҙ.

Адрестары:

Дим биҫтәһендә - Хәҡиҡәт урамы буйында (Таллинн, Ухтомский урамдары киҫелешендә)

Үҙәк Өфөлә - Йәштәр һәм Спорт һарайы алдында

"Йәшел сауҡалыҡ"та ("зеленка") - Эшсе хәбәрселәр урамының 20-се йорто янында

Әйткәндәй, йәкшәмбелә йәрминкә Йәштәр майҙанынан башҡаларында эшләй.

Республика буйынса йәрминкәләр 38 майҙанда үтә. Мәғлүмәттәр БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы сайтында бар:

Иртәнге сәғәт 9-ҙан, төштән һуң 4-кә тиклем була.

Фото: Город Уфа (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: