Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2023, 09:19

Үәт, афариндар!

Кисә баш ҡалабыҙ Өфөнөң "Ҡашҡаҙан" паркында "Сәләмәтлек сәғәте" үтте.

Үәт, афариндар!
Үәт, афариндар!

«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектына ярашлы, оло йәштәгеләр өсөн ойошторолған был сарала "төньяҡ йөрөшө" (скандинавская ходьба) буйынса ярыштылар. Арауыҡ 1800 метр тәшкил итте. Башлыса ҡала райондарының ветерандар советтары активистары ҡатнашты. Араларында был ярыштан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмаусылар бар ине. Мәҫәлән, 92 йәшлек Хәнифә Тайыпова - даими ҡатнашыусы. "Төньяҡ йөрөшө" менән шөғөлләнеүсе өлкәндәр һаны йылдан-йыл арта бара. Кеше үҙ сәләмәтлегенә битараф түгел, хәрәкәттә - бәрәкәт булыуын белә.

Фото: Город Уфа (vk.com)

 

 

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас