

Гомель өлкәһенең депутаттар Советы рәйесе Екатерина Зенкевич менән осрашыу үткән. Константин Толкачев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән тәбрикләү һүҙҙәрен еткергән һәм Беларусь менән Башҡортостанды төрлө өлкәлә электән һалынған тығыҙ мөнәсәбәттәр бәйләүен билдәләгән. Шул уҡ ваҡытта тап Гомель өлкәһе – стратегик төбәк.
Башҡортостан делегацияһының көн тәртибендә «Гомель-Ратон» ирекле иҡтисади зона эшмәкәрлеге менән танышыу, «Коралл» технопаркында, «МИРТЕК-инжиниринг» инжиниринг һәм етештереү компанияһында, өлкәнең Хәрби дан музейында булыу, Гомель өлкәһе башҡарма комитеты һәм Гомель ҡала башҡарма комитеты етәкселеге менән осрашыу бар.
Бөгөн республика делегацияһы Гомель өлкәһенең 85 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнаша.
Фото: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.