Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраля 2023, 05:40

Радий Хәбиров ЦОДД тураһында һөйләне

... Һүрәттә - беҙҙең Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге. Бында XXI быуаттағы кеүек юл хәлен беләләр, транспорт ағымдарын күҙәтәләр, светофорҙар менән идара итәләр.Беҙ артабан хәрәкәт итәбеҙ - Өфөлә һәм яҡын-тирәләге райондарҙа интеллектуаль транспорт системаһын индерә башланыҡ. Ул "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектының бер өлөшө, хаҡы миллиард һумдан аша, аҡса федераль һәм республика бюджетынан бүленә.

Радий Хәбиров ЦОДД тураһында һөйләнеРадий Хәбиров ЦОДД тураһында һөйләне
Радий Хәбиров ЦОДД тураһында һөйләне

 Системаның "мейеһе" ошонда, ЦОДД эсендә буласаҡ. Транспорт ағымдарын интеллектуаль һәм ситтән тороп идара итеү юлдарҙа тығындарҙы кәметәсәк. Авариялар бөтәсәк, һауа таҙарып ҡаласаҡ. Иң мөһиме - беҙ йәмәғәт трапспорты эшен яйға һала аласаҡбыҙ.

Бөгөн беҙҙең халыҡтан төп ялыу - автобустарҙың хәрәкәт теҙмәһе үтәлмәүе һәм улар араһында араның ҙурлығы. Беҙ был һорауҙы хәл итәбеҙ, яңы автобустар һатып алабыҙ, водителдәр йыябыҙ, пассажирҙар ағымын анализлайбыҙ. Бында беҙгә яңы "аҡыллы" система ярҙам итәсәк.

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас