Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2023, 19:32

Радий Хәбиров федераль программа буйынса капиталь ремонт үткәрелгән Үрге Йәркәй мәктәбен ҡараны

2022 йылда мәктәптә капиталь ремонт үткәрелгән, учреждениеның матди-техник базаһын нығытылған. Был маҡсаттарға 122,7 миллион һум йүнәлтелгән. Радий Хәбиров ремонттың яҡшы сифатын билдәләне һәм уҡыусыларға уңышлы уҡыуҙарын теләне.

Радий Хәбиров федераль программа буйынса капиталь ремонт үткәрелгән Үрге Йәркәй мәктәбен ҡараны
Радий Хәбиров федераль программа буйынса капиталь ремонт үткәрелгән Үрге Йәркәй мәктәбен ҡараны

Уҡыу йортоноң яңы корпусы 20 йыл элек, 2000 йылда төҙөлгән. Мәктәп нигеҙендә "Үҫеш нөктәһе" өҫтәмә белем биреү үҙәге, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге кадет кластары ойошторолған.

Илеш районында федераль программа буйынса өс мәктәп яңыртылған. 2023 йылға планда - тағы ла өс уҡыу йорто.

Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/161722.html

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: