Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2023, 15:49

Президент Мөрәжәғәтнамәһенең аныҡ көнө билдәле булды

Владимир Путиндың Рәсәй Федераль Йыйылышы алдында сығыш яһаясағы хаҡында бер нисә сәғәт элек кенә яҙғайныҡ. Әммә теүәл ваҡыты билдәле түгел ине. Яңыраҡ ҡына Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песковтың хәбәре баҫылды.

Президент Мөрәжәғәтнамәһенең аныҡ көнө билдәле булды
Президент Мөрәжәғәтнамәһенең аныҡ көнө билдәле булды

Владимир Путин 21 февралдә Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. Сараға саҡырылыусылар исемлеге төҙөлә. Песков белдереүенсә, СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берәүҙәре лә киләсәк. Сит ил журналистарының аккредитацияһы буйынса ҡарар ҡабул ителмәгән.

Матбуғат секретары һүҙҙәренсә, сығыштың темаһы бөгөнгө ваҡиғаларға ауаздаш буласаҡ.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: