Кисә Өфөнөң юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Октябрь проспектында 36 йәшлек ҡатын идара иткән "Ауди" машинаһын туҡтатҡан. Федераль базанан күренеүенсә, автомобиль хужаһы, 53 йәшлек ир, 208 мең һумлыҡ штрафтар һәм һалымдар йыйып ташлаған (191 мең һумы - юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн). Автомобиль, әлбиттә, приставтарға тапшырылған.
Икенсе "яуыз түләмәүсе" Р.Зорге урамында тотолған. "БМВ" машинаһының 35 йәшлек хужаһы юл хәрәкәте өлкәһендә хоҡуҡ боҙған өсөн 139 мең һумлыҡ штрафтарын һәм 43 мең һумлыҡ һалымдарын түләмәгән. Суд приставтары тейешле документтарҙы рәсмиләштергәндән һуң "БМВ" махсус туҡталҡаға ҡуйылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бөгөн кисен һәм артабанғы ял көндәрендә Дәүләт автоинспекцияһының иҫкәртеү саралары үткәрелә.
Фото: БР ЮХХДИ.