Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2023, 19:20

Илеш районында 1 200 һыйырға иҫәпләнгән һөт фермаһы төҙөлә башлаясаҡ

10 февралдә Илеш районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Үҙәк" машина-технология станцияһы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы майҙансығында булды. Унда 1 200 һыйырға иҫәпләнгән һөтсөлөк йүнәлешендәге заманса малсылыҡ комплексы төҙөргә ниәтләйҙәр.

Илеш районында 1 200 һыйырға иҫәпләнгән һөт фермаһы төҙөлә башлаясаҡ
Илеш районында 1 200 һыйырға иҫәпләнгән һөт фермаһы төҙөлә башлаясаҡ

Өфөлә үткән Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ошо башланғысты тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. 1,3 миллиард һумлыҡ инвестиция проекты 40 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

"Үҙәк" МТС-ы филиалы директоры Рим Шәмсетдинов былтыр майҙансыҡта бөтә әҙерлек эштәрен тамамланыҡ, тип һөйләне. 2023 йылдың мартында малсылыҡ комплексына документтар дәүләт экспертизаһын үтәсәк, майҙа төҙөүселәр яңы ферманың корпустарын төҙөй башлаясаҡ. Комплексҡа ике һыйыр аҙбары, быҙаулатыу бүлексәһе, һыйыр һауыу-һөт блогы һәм ярҙамсы биналар инә.

Монтаж эштәрен 2025 йылға тамамлау күҙаллана. Предприятиеның етештереү ҡеүәте - йылына 11 мең тонна һөт. Эш башланғандан һуң яңы комплекс "Үҙәк" МТС-ының 900 һыйырға иҫәпләнгән комплексы менән берләштерелә, ул күрше майҙансыҡта урынлашҡан. Башҡортостан Башлығы аграрийҙарҙың пландарын хупланы.

Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/161697.html

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: