"Свой путь" фестивале Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды булышлығында ойошторолдо.
Быйыл ул шуныһы менән үҙенсәлекле: һәр фильм аҙағында тамашасылар жюри менән бер рәттән фекер алышып, үҙ баһаһын бирә ала. Фильмдар менән 10-14 февраль көндәрендә, "Родина" кинотеатрында һәм Актерҙар йортонда танышырға була.
Фестивалдең төп майҙаны - Өфө ҡалаһы. Шулай уҡ конкурста ҡатнашҡан фильмдар Тула, Кострома, Мәскәү һәм Ростов-на-Дону ҡалаларында ла күрһәтеләсәк.
Сараны асыу тантанаһында "Свой путь" халыҡ-ара фестивале президенты Юлия Быба, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмас Сәйетов, билдәле опера йырсыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов һәм билдәле шәхестәр, сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Сит төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтарға милли асылыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе "Ағиҙел" халыҡ кәсептәре үҙәге, "Бикбайман" дизайн студияһы һәм донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңдеғәфүр Зәйнетдинов күрһәтте.
Килгән тамашасылар конкурста ҡатнашҡан тәүге фильм менән танышты ла инде. Ағалы-һеңлеле Евгения һәм Максим Арбугаевтар экология проблемаһына ҡағылған "Выход" ҡыҫҡа метражлы фильмын тәҡдим итте. Әйткәндәй, ул әлеге ваҡытта "Оскар" премияһына ла тәҡдим ителгән.