Тәфтишселәр фаразы буйынса, 2022 йылдың апрелендә төндә ғәйепләнеүсе һәм уның танышы табында артында һүҙгә килешә. Һөҙөмтәлә ҡатын ирҙе өҫ кейемһеҙ ҡыуып сығара. Подъезда ҡалғас, ул кейем һорап юғарыраҡ ҡаттағы фатирға шаҡый. Уның ишеген 88 йәшлек ир аса. Һәм ярҙам һораусыға баш тарта. Кейемһеҙ ҡалған ир рөхсәтһеҙ ҡарттың фатирына инә һәм уны туҡмай башлай, һуңынан быуып үлтерә.
Ир үҙ ғәйебен өлөшләтә таныған. Енәйәт эше Башҡортостандың Юғары судына ебәрелгән.
Фото: Т. Аманов