Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2023, 09:32

Автобус янып киткән

Республика буйынса МЧС-тан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртә менән Өфөләге Дим - Затон юлында пассажир автобусы янған.

Автобус янып киткән
Автобус янып киткән

Транспорт Милов паркы тапҡырында китеп барғанда ут сыҡҡан. Тиҙ арала МЧС хеҙмәткәрҙәре килеп етеп, был "ПАЗ" автобусын ялмаған утты һүндергән. Ярай әле, унда водитель һәм бер пассажир ғына булған, улар үҙҙәре сығып ҡотолған. Янғынды һүндереүгә туғыҙ кеше һәм ике берәмек техника йәлеп ителгән, тип белдерәләр. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Фото: МЧС по РБ.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: