+2 °С
Ясна
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттар ялға ҡайтҡанда республика шифаханаларында реабилитация үтә ала. "Ассы", "Йәшел сауҡалыҡ", "Яҡтыкүл", "Янғантау", "Ҡарағай", "Красноусол", "Танып", "Йоматау", "Йәйғор", "Энергетик" шифаханалары һәм "Ҡайынҡай" ял йортона ошо йүнәлештә эшләү өсөн субсидиялар бүленгән. Дауаланыу һалдаттар өсөн бушлай буласаҡ.