Дим районында урынлашҡан "Сағыу" ("Яркий") биҫтәһендә Ғашиҡтар яр буйы һәм Сағыу бульвары урамдарында юл "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына ярашлы төҙөлә.
Әле ер эштәре башланған. Тротуар һалынасаҡ, яҡтылыҡ ҡуйыласаҡ, ямғыр һыуы өсөн канализация эшләнәсәк. Дөйөм бер саҡрым самаһы юл төҙөргә кәрәк. Объектты 2023 йылдың ноябренә тамамлау күҙаллана.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.