Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2023, 16:30

Һуғандың үҙенән ҡабығы шифалыраҡ

Һалҡын тейгәндә лә, тамаҡ ауыртҡанда ла, эс ҡатҡанда ла уның төнәтмәһен эсергә ҡушалар.  

Һуғандың үҙенән ҡабығы шифалыраҡ
Һуғандың үҙенән ҡабығы шифалыраҡ

Грипп, башҡа вирустарға ҡаршы тороусанлығы, теш һәм урттарҙы нығытыу үҙенсәлеге, бәшмәк ауырыуҙарын дауалай алыуы, һөйәл, фурункула, дерматит кеүек тире ауырыуҙарынан ҡотолорға ярҙам итеүе өсөн һуған ҡабығын ҡайһы бер илдәрҙә тәбиғи табип, тиҙәр. Шулай уҡ бронхит һәм бронхиаль астманы дауалағанда, күрем циклын нормалләштергәндә, организмды токсин, шлактарҙан стаҙартҡанда, иммунитетты нығытҡанда, аллергиянан интеккәндә алмаштырғыһыҙ дауалау сараһы ул. Сөнки уның составында витаминдар бик күп.

Тағы ла бер нисә кәңәш:

- Һуған ҡабығы төнәтмәһе менән сәстәрҙе йыуһаң, улар нығый. 1:2 үлсәмендә һуған ҡабығы менән һыуҙы ҡайнатып, 12 сәғәткә ҡараңғы урынға ҡуйырға һәм 2-3 аҙна дауамында сәстәрҙе ошо төнәтмә менән сайҡарға кәрәк.

- Варикозды, дерматиты дауалар өсөн һуған майы ҡулланалар. Һуған ҡабығына виноград йә зәйтүн майын 1:2 өлөш ҡушып, 10 көн тоталар. Май әҙер булғас, аяҡтарға һылайҙар.

- Һуған мазы иһә яраларҙы төҙәтә, сөйәлдәрҙе йомшарта, тире елһенеүен дауалай. Бының өсөн һуған ҡабығын онға әйләнгәнсе төйөргә, 2:3 күләмендә вазелин менән бутарға кәрәк. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы тәүлек буйына һалҡында тотҡас, ҡулланырға ярай.

- Ангина, йүтәлде дауалар өсөн 3 сәй ҡалағы һуған ҡабығын 300 мл  һыуҙа 20 минут ҡайнатырға, 8 сәғәттән һуң һөҙөргә. Был төнәтмә менән тамаҡты сайҡарға.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: