ТЕТРӘНӘ ЕР...
Тетрәгән ер араһындаТетрәнгән Ер яраһы...Һарҡып сыҡҡан ҡандан, зарҙанЙыһан хатта сараһыҙ.Тетрәгән ер ҡуйынындаТетрәнгән Ер ҡайғыһы.Был юлы Күк ебәргәндерҺынауының ҡайһыһын?Һурылмаған күкрәк һөтө,Яралмаған ғүмерҙәр...Күктең етенсе ҡатындаФәрештәләр илай - илай,Күпме ғүмер күмерҙәр?Тетрәнгән Ер доға һорай,Тетрәгән ер хаҡына.Иии Илаһым!Түҙемлек бирҠаза күргән халҡыңа...Наилә Хәмбәлиева