Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2023, 12:30

Төркиәлә емеректәр аҫтында 2 тәүлек ятҡан бала иҫән килеш табылған

Төркиә һәм Сүриә илдәрендә булған ер тетрәүҙән һуң интернетта йән өшөткөс фото-видеолар таралды. Уларҙы ҡараған һайын, күҙгә мөлдөрәп йәш тула. Емеректәр аҫтында мөғжизә менән иҫән ҡалыусылар ҙа табыла. Ундайҙар тураһындағы хәбәр күңелгә бер ни тиклем йылылыҡ өҫтәй. Шуларҙың береһе – 2 тәүлек дауамында таш плитәләр аҫтында ятҡан бәләкәй малай. Видеола күренеүенсә сабый сарсаған. Уға шешә ҡапҡасынан әҙләп-әҙләп кенә һыу эсерәләр. Хоҙайҙың рәхмәте менән иҫән ҡалған бала, хатта үҙендә йылмайырға көс таба.

Билдәле булыуынса, бәләкәсте ҡотҡарғандар. Уның менән барыһы ла яҡшы.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: