Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2023, 18:54

Радий Хәбиров "ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт" йәмғиәтенең генераль директоры менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Айҙар Әбүзәров менән республикала АЗС селтәрҙәрен үҫтереү, юл буйында хеҙмәтләндереү төрҙәрен киңәйтеү тураһында һөйләште.

Радий Хәбиров "ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт" йәмғиәтенең генераль директоры менән осрашты
Радий Хәбиров "ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт" йәмғиәтенең генераль директоры менән осрашты

Был компания беҙҙә әүҙем эшләй һәм хеҙмәттәшлек тә юғары кимәлдә.

Радий Хәбиров белдереүенсә, беҙ "ЛУКОЙЛ"дың социаль проекттарын һәм инвестиция башланғыстарын хуплайбыҙ. Айҙар Әбүзәров былтырғы эшмәкәрлек йомғаҡтары менән таныштырҙы һәм Башҡортостан юлдарында автозаправкалар селтәрен үҫтереү буйынса пландары менән уртаҡлашты.

2023 - 2025 йылдарҙа "Волга" М - 7 тарссаһында яңы АЗС-тар барлыҡҡа киләсәк. Киләсәктә "Урал" М - 5 юлында ла яңы заправкалар урынлаштырыу күҙаллана.

"ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт" йәмғиәте төрлө төбәктә яғыулыҡ, майҙар һәм башҡа продукция һата. Уның составында 600-ҙән ашыу АЗС һәм 11 нефтебаза бар. Беҙҙә 54 АЗС эшләй.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: