– Закон проектына ярашлы ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге файҙаланылмай ятҡан йәки ҡануниәткә ҡаршы килеп файҙаланылған ерҙәрҙе тартып алыу механизмы камиллаштырыла, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Контроль саралары барышында ер учаскаһының 3 йыл дауамында файҙаланылмауы йәки ер участкаһын ҡануниәт нормаларын боҙоп файҙаланыуы фактының билдәләнеүе ерҙе тартып алыу өсөн нигеҙ булып торасаҡ. Был турала ҡарар бары тик суд тарафынан ғына ҡабул ителәсәк.
Парламент спикеры белдереүенсә, яңы тәртип файҙаланылмай ятҡан ерҙәрҙе ауыл хужалығы файҙаланылышына индереүҙе тиҙләтәсәк. Был турала ДЙ - Ҡ сайтында хәбәр итәләр.