Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2023, 15:00

Мунса - яза бүлмәһе түгел

Парланыу өсөн иң ҡулай температура - 65-75 градус, дымлылыҡ - 50-60 процент.  

Мунса - яза бүлмәһе түгел
Мунса - яза бүлмәһе түгел

Мунсаға аҙнаға бер тапҡыр, артыҡ тигәндә биш көнгә бер йөрөргә кәрәк. Йыш йөрөү организм өсөн зыянлы, сөнки тир менән тәндәге файҙалы минераль матдәләр ҙә сыға.

Күптәр парланыу өсөн мунсаны эҫе итеп яға. Тик ул бит яза бүлмәһе түгел, ни өсөн түҙеп ултырырға? Парланыу өсөн иң ҡулай температура - 65-75 градус, дымлылыҡ - 50-60 процент. Ултырып та, баҫып та парланырға була, әммә ятып парланыу һөҙөмтәлерәк - кешенең бөтөн тәне, аяҡтары ла, башы ла бер үк температурала була, йыйылыҡ тәнгә тигеҙ тарала.

Мунсаға спиртлы эсемлектәр эсеп, туйғансы ашап (бигерәк тә ит, һурпа ярамай) бармағыҙ. Тәүгеһе бауыр өсөн зыянлы, икенсеһе хәлһеҙлеккә килтерә. Сәләмәтлек артынан килеп, уны киреһенсә, юғалтыу булмаһын. Ә парланып сыҡҡандан һуң йылымыс һыу, үлән сәйе эсеү файҙары. Ә квас, һыра, ҡара сәй, кәһүә эсеүҙән тыйылыр кәрәк.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: