Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2023, 16:00

"Кесе Ватан мәҙәниәте" ауыл клубтарына һәм театрҙарға ярҙам итеүен дауам итә

"Берҙәм Рәсәй" партияһының был проектында Башҡортостан республикаы 2017 йылдан ҡатнаша.  

"Кесе Ватан мәҙәниәте" ауыл клубтарына һәм театрҙарға ярҙам итеүен дауам итә
"Кесе Ватан мәҙәниәте" ауыл клубтарына һәм театрҙарға ярҙам итеүен дауам итә

Быйылғы йылға "Кесе Ватан мәҙәниәте" программаһы буйынса беҙҙең республика өсөн фидераль бюджеттан 71 миллион һумдан күберәк аҡса бүленә, ә төбәк ҡаҙнаһынан финанслау 14 миллион һумға яҡын буласаҡ.

"Театр - балаларға" йүнәлешенә - 9143700 һум, "Бәләкәй ҡалалар театры" на - 9828100 һум аҡса бүленә. Шулай уҡ былтыр сәхнәләштерелгән спектаклдәр буйынса Өфөлә март айында театр декадаһы ойоштороласаҡ. Ә "Ауыл мәҙәниәт йорто" программаһы буйынса 15 райондан 98 клуб ярҙам аласаҡ. Был турала "Кесе Ватан мәҙәниәте" федераль партия проектының Ижтимағи советы ултырышында фекер алыштылар.

 

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: