Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, ҡайһы бер ҡотҡарыусылар рәсми ялда булһа ла, ярҙамға барырға теләк белдергән. Ирекмәндәр менән бергә командировкаға Торин ҡушаматлы эт тә бара. Ул байтаҡ ҡотҡарыу операцияһында ҡатнашҡан.
Тиҙҙән тағы ла 80 ҡотҡарыусы юлға сығасаҡ.
Төркиәлә ҡаты ер тетрәү арҡаһында 12 меңдән ашыу кеше һәләк булған, 63 мең кеше зыян күргән. Ярҙамға Рәсәй белгестәре китте лә инде.
Фото: "Башинформ"