Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраля 2023, 10:20

Инвесторҙарға – буш майҙан

Республиканың Үҫеш корпорацияһы инвесторҙарға сираттағы буш майҙансыҡ тәҡдим итте. Ул Учалы районында урынлашҡан.

Инвесторҙарға – буш майҙанИнвесторҙарға – буш майҙан
Инвесторҙарға – буш майҙан

Өс ер участкаһының дөйөм майҙаны – 0,6 гектар. Ул етештереү эшмәкәрлеге өсөн уңайлы. Мәҫәлән, инвестор эш процесын элекке литмех (литейно-механический) заводында алып бара ала. Яҡында – тимер юлы. Шулай уҡ “Техноникель” күмәртә-бүлеү үҙәге, ”Башкирский лесъ” фанера заводы урынлашҡан.

Үҫеш корпорацияһының рәсми сайтында инвестиция майҙансығы буйынса виртуаль тур бар. Әйткәндәй, буш майҙансыҡтар тураһында мәғлүмәтте БР инвестиция картаһында табырға мөмкин.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас