Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2023, 14:43

"Халҡым йөҙө - 100 ҡатын-ҡыҙ"

Гәзитебеҙҙең бер быуатлыҡ юбилейы айҡанлы үҙенсәлекле конкурс иғлан итәбеҙ - башҡорт халҡының иң-иң иң 100 гүзәл затын асыҡлаясаҡбыҙ!

"Халҡым йөҙө - 100 ҡатын-ҡыҙ"
"Халҡым йөҙө - 100 ҡатын-ҡыҙ"

 


Бының өсөн "Бәйләнештә"ге төркөмөбөҙҙә үрҙә беркетелгән пост аҫтына һәр район-ҡаланан иң-иң лайыҡлы ҡатын-ҡыҙҙы туплайбыҙ. Беҙгә күршелә йәшәгән, ҡуша эшләгән, танып белгән ҡыҙ, ҡатын, апай, инәй кәрәк. Ул уҡытыусымы, тәрбиәсеме, табипмы, бухгалтермы, һауынсымы, күп балалы әсәме, ҡул эше оҫтаһымы, йорт хужабикәһеме, блог алып барыусымы - беҙгә барыһы ла ҡыҙыҡ. Шарт - "Йәшлек" гәзитенә яҙылған булыу.

Фотола кем-ҡайҙан икәнен, аҙыраҡ тормош һәм хеҙмәт юлы тураһында тасуирлап яҙырға онотмағыҙ.

Конкурсанттар тейешле күләмдә тупланғас, 8 мартҡа ҡарай махсус ҡушымтала тауыш биреү уҙасаҡ. Аҙаҡтан "Йәшлек" гәзите фекеренсә лайыҡлы йөҙ ҡатын-ҡыҙ портреты төшөрөлгән плакаттар райондарҙа геройҙарына таратыласаҡ.

Һүрәттә: бының кеүек ярышты 2013 йылда үткәргән инек

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: