Ғаризалар 20 февралгәсә ҡабул ителә. Олимпиаданың баһалама комиссияһында РФ Финанс министрлығы, Рәсәй Банкы, шулай уҡ ғилми һәм һөнәри берлектәр вәкилдәре бар.
Финанс грамоталылыҡ буйынса 2022/2023 йылғы олимпиаданың темаһы – “Равные или разные?”
Ул ике этапта үтә: беренсеһендә ҡатнашыусылар бирелгән тема буйынса тикшеренеү эше әҙерләй. Ситтән тороп ойошторолған этап команда формаһында үтә. Икенсе этабы шәхси һәм команда зачеты булараҡ уҙа.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.