Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2023, 09:05

«Экология. Ижад. Балалар» фестиваленә әҙерлек бара

Баш ҡалабыҙ Өфөлә февралдең һуңғы көнөндә үтәсәк сара – мәктәп уҡыусыларының көтөп алған ваҡиғаһы.

«Экология. Ижад. Балалар» фестиваленә әҙерлек бара
«Экология. Ижад. Балалар» фестиваленә әҙерлек бара

Бында балалар экология тармағындағы төрлө проектын күрһәтә, ижади мөмкинлектәрен һынай.

Фестиваль программаһында видеороликтар конкурсы, экологик театрҙар ярышы, костюмдар күрһәтеү ҡаралған.

Сараны ойоштороусылар – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, баш ҡаланың “Балалар экология-биология үҙәге” учреждениеһы.

Был фестиваль “Экология” милли проекты буйынса ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүгә булышлыҡ итәсәк.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: