Был техника төбәк, район-ара һәм урындағы юлдарҙы ремонтлауҙа, төҙөлөшөндә һәм хеҙмәтләндереүҙә тотоноласаҡ.
Машиналарҙы тапшырғанда БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Николай Хорошилов, БР транспорт һәм юл хужалығы министры РБ Александр Клебанов, Юл хужалығы идаралығы етәксеһе Артем Шамхалов ҡатнашты.
Министр үҙ сығышында «Башкиравтодор» төбәктәге дөйөм ҡулланылышлы юлдарҙың күп өлөшөн тәртиптә тотоусы республиканың система булдырыусы предприятиеһы икәнлеген әйтеп үтте.
Предприятие генераль директор Илдар Юланов БР Башлығы Радий Хәбировты күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ДРСУ-дарҙың техникаһы артабан да яңыртыласаҡ тине.
- Беҙ яйлап үҙ көсөбөҙҙө арттырабыҙ. Әле автопаркта 3 меңдән ашыу дана юл машинаһы бар. Былтыр беҙ 56 дана техника һатып алдыҡУлар араһында автоүҙбушатҡыстар, тракторҙар, тейәгестәр, экскаваторҙар, асфальт һалғыстар, юл фрезалары, автогрейдерҙар һәм еңел автомобилдәр бар. Быйыл да беҙҙең автопаркты яңыртыу һәм төҙөлөштә амбициялы пландарыбыҙ бар.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа «Башкиравтодор» 150 тирәһе дана техника һатып алған.