+7 °С
Облачно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраля 2023, 16:00
Был ғүмерҙе бары өс көн тиҙәр
Был ғүмерҙе бары өс көн тиҙәр , Кисә , бөгөн , тыуһа – иртәгә... Ҡабатлана шулай... осрамаһаң , Яҙмыш яҙған һуңғы кәртәгә ... Ошо гүзәл яҡты донъяларға Тыуғаныма ҡат-ҡат һөйөнәм . “Әлхәмдулиллаһ!”,- тим Аллаһыма – Бөгөн һаулыҡҡа ла тейенәм... Дуҫ -туғандар менән татыу йәшәп , Һәр көнөмдө байрам итәмен. Яҙмыш һынауына бирешмәйсә, Сабыр ғына донъя көтәмен. Бәрәкәтен теләйем булғанымдың, Барыһы – ваҡытлыса , беләмен... Кеше күңелдәрен рәнйетмәйсә, Ерҙән китеү минең теләгем. Балаларға биргән игелектәр Кире ҡайтһа ине әйләнеп. Олоғайған көндә йәшәй алһаҡ ине, Хөрмәт күреп, барыһы яйланып... Гөлнур Мөхәммәтханова
Был ғүмерҙе бары өс көн тиҙәр
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"