4 февралендә иҫерек әсә өйөнә ҡайтып килгәндә ҡыҙын ҡарға төшөрөп ебәргән. Шунан һуң бала янына үҙе лә ауған. Күпмелер ваҡыт бәләкәй бала һыуыҡта кейемһеҙ ятҡан. Уның илауын күрше йортта йәшәгән ир ишетеп, дуҫтары менән ҡыҙыҡайға ярҙам күрһәтә һәм "Ашығыс ярҙам" саҡырта. Әлеге ваҡытта бала дауаханала ята.
Тәфтишселәр фажиғә сәбәптәрен асыҡлай. Ғәйепләнеүсе ҡатындың ҡылығын тикшереү эштәре алып барыла, уның торлаҡ-көнкүреш шарттары тикшерелә. Бынан алда ҡатын хөкөм ителгән һәм башҡа балаларына ҡарата ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған.Тәфтишселәр шулай уҡ опека һәм попечителлек органдарының вазифалы кешеләренең был ғаиләгә ҡарата иҫкәртеү сараларын күреү тулылығын иҫәпкә алып эш итеүенә хоҡуҡи баһа бирәсәк.