

Уларҙың береһе Ғафури районынан, икенсеһе Әлшәй районынан.
Мутлашыусылар Стәрлетамаҡта тәүҙә 88 йәшлек әбейгә шылтыратып, ейәнсәренең юл-транспорт ваҡиғаһына тарыуын, уға аҡсалата ярҙам кәрәк булыуын хәбәр итеп, 600 мең һум аҡсаһын урлаған. Икенсе әбейҙән шул уҡ юл менән курьерҙар 200 мең һум алған. Өсөнсө пенсионерҙы бәләгә тарыған ҡыҙы булып һөйләшеп алдап, 100 мең һумға йотатҡандар.
Ҡулға алыныусылар үҙ ғәйебен таныған. Тикшереү эше әлегә Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Салауат ҡалалары биләмәһендә булған ете фактҡа нигеҙләнгән. Дөйөм зыян күләме ике миллион һумға яҡын. Ғәйепләнеүселәр һаҡ аҫтында, уларҙың ошоға оҡшаш башҡа енәйәттәргә ҡағылышы бармы-юҡмы икәнлеге асыҡлана.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.